1707 йылдың 4 декабрендә Йөрәктау итәгендә баш күтәреүсе башҡорттарҙың батша ғәскәрҙәренә ҡаршы 10 көнлөк алышы башлана. Был һуғыш Алдар-Күсем яуы тип тарихҡа кергән.
Уның тәүшарты өс йыл әүәл, Башҡортостанға Петр I-нең һалым инспекторҙары кеүек табыш алыусылар килгәс барлыҡҡа килде. Улар туҙға яҙмаған бер нисә указды ла тормошҡа ашырырға тейеш ине.
Улар араһында «күҙҙәр һалымы» ла булған. Зәңгәр күҙлеләр йылына 39 тин, ә көрән күҙлеләр ни 6 тин һалым түләй.
Башҡорттарҙы православиеға яҡынайтыу маҡсатында, һәр никахта мулла ғына түгел, рухани ҙа ҡатнашырға тейеш була.
Шуға башҡорт, татар, сыуаш, сирмеш һәм Башҡортостандың башҡа милләттәре үҙ хоҡуҡтарын яҡлау өсөн Күсем Түләкәйев һәм Алдар Иҫәкәйев етәкселегендә берләшә.
Көстәр тигеҙ булмаһа ла, башҡорттар Йөрәктау янындағы алышта Петр I ғәскәрҙәрен тар-мар итә.